Йәғни уларҙың һәр береһенә «шәхси ярҙамсы» беркетеләсәк. Был хаҡта республика Хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова белдерҙе. Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 69 ветеранға бындай ярҙам талап ителә.
«Эйе, республикала дәүләт хеҙмәтенең яңы төрөн индерергә тәҡдим итәбеҙ. Әлеге ваҡытында уның өҫтөндә эшләйбеҙ. Бындай хеҙмәт, әлбиттә, ҡыйбатҡа төшә. Аҙнаһына бер-ике сәғәткә килеп, кәрәкле аҙыҡ-түлекте һатып алып биреп китеү– бер нәмә, көнө буйы янында булып һәм тулыһынса уны ҡарау – бөтөнләй икенсе, – ти Ленара Иванова. – Һүҙ бында ярҙамға мохтаж һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар хаҡында бара. Ундайҙар бөгөнгө көндә республикала 69 кеше».
Әйткәндәй, тиҙҙән Башҡортостан ҡала һәм райондарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһын кисереүселәрҙе һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарын Яндекс. Такси бушлай йөрөтә башлаясаҡ. Дөйөм алғанда, был категорияға яҡынса 1345 кеше инә. Уларҙың һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәте менән бушлай файҙалана ала.