Барлык яңалыклар
Җәмгыять
22 гыйнвар 2020, 11:10

Владимир Путин сугыш панорамасы белән танышты

Русия Президенты Санкт-Петербургның Васильевск утравында "Память говорит. Дорога через войну" дигән тарихи-художестволы панорама комплексында булып китте.

Экспозицияны "Невский баталист' ижади оҫтаханаһы әҙерләгән. Һигеҙ залға һыйған был күргәҙмә 2000 кв.м. майҙанды биләй.
Панорама һалдаттың 1941 йылда сығып киткән тыуған йортонан алып, окоптар, заводтар аша Сталинградҡа, Кавказ артылыштарында немецтар менән бәрелештәрҙән һуң, Днепр буйҙарындағы яуҙан Европаны азат итергә сығыу һәм Рейхстаг ҡыйығына тиклемге юлын күрһәтә.
Владимир Путин экспозицияны ҡыҙыҡһынып һәм уйсанланып ҡараны. Бында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары ветерандарҙың һөйләүе буйынса һәм архив документтарына таянып, теүәл хронология тәртибендә бирелгән.
Онотмағыҙ, быйыл Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ.
Читайте нас: