Асыҡланыуынса, ул ата-әсәһе менән бергә Ҡытайҙа Хайнань утрауында ял иткән, Стәрлетамаҡҡа ҡайтҡас, кинәт ауырып киткән.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусыны, ысынлап та, дауаханаға һалғандар, уның анализдарын коронавирусҡа ла тикшерәләр.
Коронавирус менән грипптың симптомдары оҡшаш булғас, әлеге ғауғаларға сәбәп юҡ, бәлки, үҫмер ябай грипп менән сирләп киткәндер, акклиматизация ла үҙенекен итә.