Уларҙы уҡый башлағансы көҙгө янына баҫып, унан баҡҡан кешегә: «Һин шундай йәш һәм матур» тип әйтергә онотма.
Ысын күңелдән йылмая белгән кешеләр һәр ваҡыт йәшерәк һәм һайыҡмаҫ энергиялы булып күренә. Быны тикшеренеүҙәр ҙә раҫлаған. Унда ҡатнашҡандар фоторәсем буйынса кешеләрҙең йәштәрен билдәләргә тейеш булған.
Бер үк кеше етди ҡиәфәт менән төшкән фотоһүрәттә – өлкәнерәк, ә йылмайып төшкәндәгендә йәшерәк күренгән. Йылмай! Көлөү ғүмерҙе генә түгел, йәшлекте лә оҙайта.
Виноград, груша, сливаларға баллылыҡ бирә торған сорбит – бик көслө тәбиғи дымландырғыс матдә.
Ә битте дымландырыу – йәшлекте оҙайтыуҙың төп серҙәрҙең береһе.
Ҡаралған ҡаштар – ҡартлыҡҡа ҡаршы макияждың төп принцибы. Улар еп кеүек нәҙек булырға тейеш түгел.
Төҫө лә сәс төҫөнән бер-ике тонға яҡтыраҡ булыуы зарур. Шул рәүешле, иғтибарҙы күҙҙәреңә йәлеп итерһең. Ҡарашың йәшерәк күренер.
Ҡул тиреһе – беҙҙең паспорт. Ул биткә ҡарағанда йәште теүәл “әйтеп бирә”.
Ҡулдарыңды һәр көн дымландырыу ғына түгел, туҡландырырға ла өйрән. Уны ультрафиолет нурҙарынан да һаҡлау мөһим.
Күберәк йәшелсә һәм йәшел тәмләткестәр аша
Йәшелсә, бигерәк тә томат беҙҙең күҙәнәктәрҙе ҡартайырға мәжбүр иткән радикалдар менән көрәшкән витамин һәм микроэлементтарға бай.
Помидорҙарҙа булған липокин тирене ҡояш нурҙарынан һаҡлай. Томат йәйге менюла һәр ваҡыт булырға тейеш.
Аҙнаға ике порция майлы балыҡ ашау баш мейеһен ҡартайыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ мускулдар тығыҙлығын тәьмин иткән микроэлементтарға бай.
Ҡайһы бер косметологтар раҫлауынса, даими рәүештә майлы балыҡ ашаусыларға ҡартлыҡҡа ҡаршы кремдар ҡулланырға ла кәрәкмәй.
Аҙнаға дүрт тапҡыр спорт менән шөғөлләнеү мускулдарҙы тонуста тотасаҡ һәм сәләмәт йоҡо “бүләк итәсәк”. Бының өсөн спорт залына йөрөргә кәрәк тә түгел. Теләге булған кешеләргә үҙҙәренә кәрәкле программаны интернеттан да табырға була.
Ә тейешенсә йоҡламау – ҡартайыуға килтергән сәбәптәрҙең береһе. Аҙнаға 150 минут спорт менән шөғөлләнһәң, һөҙөмтәһен бик тиҙ һиҙерһең. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк!
Чыганак: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/nisek-y-sher-k-k-renerg-/