Барлык яңалыклар
Төзелеш
29 гыйнвар 2020, 11:35

Ил күләмендәге юл төзелешенә старт бирелде

БР Башлыгы Радий Хәбиров үткәргән күчмә "Транспорт сәгате" Уфаның Көнчыгыш яклап чыгу юлы төзелүгә әзерлеккә багышланды.

Был төҙөлөш Рәсәй кимәлендә иң ҙур проекттарҙың береһе. "Рәсәй саҡыра" инвестиция форумында Радий Хәбиров менән ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин БР Хөкүмәте һәм ВТБ составына ингән "Башҡортостан концессион компания" йәмғиәте араһында төҙөлгән килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Унда М5 федераль трассаһына баш ҡаланан яңы юл төҙөүҙе финанслау тураһында яҙылған.

Проект хаҡы - 33,5 млрд һум. Тоннель оҙонлоғо 1,2 км буласаҡ. Эштәр 2024 йылға тамамланырға тейеш. Әйткәндәй, тоннель һалыу эштәре күптән башланып, 2007 йылда "туңдырылғайны".
Алдан хәбәр итеүҙәренсә юлды беҙгә төрөк компанияһы һалыша. Юлдың дөйөм оҙонлоғо (М5 трассаһына тиклем) - 11,2 саҡрым.
Был әһәмиәтле юл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы ҡуйылған күрһәткестәргә ирешеүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.
Читайте нас: